30 декабрҙә, киске сәғәт 7-лә, Күмертау ҡалаһының Совет майҙанында Яңы йыл шыршыһы байрамын асыу тантанаһы уҙасаҡ. Бында Һеҙҙе ҡыҙыҡлы уйындар, конкурстар, флэш-мобтар, бүләктәр уйнатыу, Яңы йыл йырҙары һәм дискотека көтә. Шулай уҡ ҡала халҡы быйыл тәүге тапҡыр ғәҙәти булмаған Яңы йыл фейерверк-шоуын ҡарай аласаҡ!