Все новости
Яңылыҡтар
9 Января 2018, 14:02

УЙНАШТАН УЙМАҠ СЫҒА

Эсһәң шарап, эшең харап, эскелек яҡшыға алып бармай, тип беҙгә ата-баба борондан әйтеп ҡалдырған.

Эсһәң шарап, эшең харап, эскелек яҡшыға алып бармай, тип беҙгә ата-баба борондан әйтеп ҡалдырған. Тик ауыҙҙы тыйып тотоп буламы ни - ололар әйткәнен беренсе рюмканы күтәргәс тә онотабыҙ. Ошоноң янына холоҡ та бик шәптән булмауын өҫтәһәң, бәлә килгәнен көт тә тор. Күмертауҙа булған хәл быға асыҡ миҫал.

Былтыр, декабрь башында, ҡаланың бер фатирында бер төркөм әшнә кәйеф-сафа ҡорорға була. Матур ғына итеп ултыра былар, араҡы ла, ашау ҙа мул. Ҡыҙҙарҙың берәүһе артығыраҡ һалып ташлағанын аңлай ҙа, күрше бүлмәгә йоҡларға йүнәлә. Холоҡ яғы бик шәптән булмай бының - әүен баҙарына китер алдынан нимәгәлер ғауғалап китә. Ҡалғандар ҡатындың булмауына бик бошонмай, киреһенсә, тороп ҡалған ирҙәрҙең береһе айнығыраҡ булған икенсе ҡатынды тота ла, енси бәйләнешкә керергә дәрте ҡуҙғала. Ҡатын да төшөп ҡалғандарҙан булмай, ирҙең теләген һыуәйҙәләп ҡаршылай. Уйнаштың иң ҡыҙған мәлендә теге бирлерәк ҡатын йоҡонан тороп былар янына килә лә баҫа. Әллә ләззәттән ситтә ҡалғанына асыуы килә, әллә башҡа нәмә - дәртле ирҙең күкрәгенә бысаҡ ҡаҙай. Тиҙ арала медиктарҙы саҡырталар, полиция ла оҙаҡ көттөрмәй килеп етә. Уйнаштан уймаҡ сыға, тип тә әйткән ололар, был хәлдә лә шулай тарих күрәбеҙ. Енәйәтсе ҡатын ғәйебен таный, суд уны өс йылға иркенән мәхрүм итергә ҡарар ҡыла. Әйткәндәй, теге ир иҫән ҡала, тик ул хәҙер оҙаҡ ҡына ваҡыт ҡатын-ҡыҙ янына бара алмаҫ инде.
Читайте нас: