Все новости
Яңылыҡтар
12 Января 2018, 13:14

Криминаль хроника

Яңы йылдың тәүге аҙнаһында район полиция бүлегендә тик 8 генә хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Был хәл ике тѳрлѳ уйға тѳшѳрә: әллә Эт йылында кешеләр бер-береһен нығыраҡ ихтирам итә башланымы, әллә ҡырын эштәр ҡылырға ваҡыт яғы һайыраҡ булдымы икән? Шул да күҙгә ташлана: закон талаптарын һанға һуҡмау факттары аҙнаның икенсе яртыһында күберәк булған.

Уларға йоҙаҡ бер ни түгел

Ольховка ауылынан бер ҡатын хәбәр итеүенсә, уның йортоноң ишеген билдәһеҙ кешеләр ватып ингән һәм ѳй эсе «Мамай ғәскәре үткән» урынды хәтерләткән. Ә Ермолаевоның Чапаев урамынан белдереүҙәренсә, уларҙың йорт ишеген билдәһеҙ шәхес емергән.

Гел шулай булһа ине

Ҡыуанысҡа, аҙна арауығында тик Морапталда ғына бер юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ә бына район үҙәгендәге 8 Март урамында йәшәүсе гүзәл зат иҫерек иргә гараж асҡысын биреүҙән баш тартып бик дѳрѳҫ эшләгәндер.

Тейешлене ала алмай

Халыҡта «Ҡулың менән биргәнде аяғың менән йѳрѳп алаһың» тигән мәҡәл бар. Ярай ҙа был шулай булһа әле. Кинйәабыҙҙан бер ир хәбәр итеүенсә, ул һатылған ит ѳсѳн билдәле кешенән ҙур күләмдә тейешле аҡсаны ала алмай икән.

Мәҡәләне район полиция бүлегенән алынған мәғлүмәттәрҙе файҙаланып

Читайте нас: