Все новости
Яңылыҡтар
12 Января 2018, 13:16

МИНУСТАР

Яңы йыл байрамдары, шөкөр, имен генә үтеп китте. Районда ла, ҡалала ла кеше аптыратырлыҡ, ҡотто алырлыҡ хәл-ваҡиғалар булмаған. Шуныһы: ошо 10 көн миҫалында ғына ла илдәге демографик хәлдең көҙгөләге кеүек асыҡ сағылышын күрәбеҙ.

Яңы йыл байрамдары, шөкөр, имен генә үтеп китте. Районда ла, ҡалала ла кеше аптыратырлыҡ, ҡотто алырлыҡ хәл-ваҡиғалар булмаған. Шуныһы: ошо 10 көн миҫалында ғына ла илдәге демографик хәлдең көҙгөләге кеүек асыҡ сағылышын күрәбеҙ.

Көйөргәҙе районында шул арауыҡта 8 кеше үлеп өлгөргән, 5 сабый донъяға тыуған (-3). Күмертау ҡалаһында 23 кеше мәрхүм булған, 9 бала тыуған (-14). Ошондай минустар ғына шөбһә һала күңелгә. Ә ҡалған яғы былай түҙерлек, ана, ниһайәт, ҡар ҙа яуҙы, ҡояш та күренгеләп ҡала – тормош дауам итә.

Тыуым бар ерҙә үлем бар – донъя шулай ҡоролған. Тик күптәрҙең ваҡытынан алда яҡты донъянан китеп барыуҙары тәбиғи түгел. Бигерәк тә эскелектән үлеүселәрҙең кәмемәүе аяныс. Ошо Яңы йыл байрамдары ваҡытында ғына районда 4 кеше араҡы бәләһе арҡаһында фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күскән – Яңы Мусанан 32 йәшлек ир, Аҡһарынан 44 йәшлеге, 65 йәше менән барғаны Ермолаевонан, 55 йәшлек ҡатын – Иҫке Отраданан. Әйтеүҙәренсә, эскән араҡылары насар сифатлы булған – литр ярым итеп тултырып ҡулдан һатылған арзан араҡы. Райпо етәксеһе, беҙҙең магазиндарҙан ошо байрамдарҙа бер шешә лә араҡы алған кеше булманы, ти. Сифатлы, матур араҡыны береһе лә алмаған, йәнәһе, ә бит уны ауылдарҙа барыбер ҙә эскәндәр. Барыһы ла ап-айныҡ йөрөмәгән. Ошо литр ярымлыҡ арзан «зәм-зәм һыуын» тамаҡ төптәренә һалғандар инде. Кеше араҡыны магазиндан алыр ине – хаҡы ҡыйбат, тиҙәр, шуға ла алама осһоҙ эсемлекте кеше ҡулынан һатып алыуҙы хуп күрәләр. Шуны эсмәһәләр, үлмәҫтәр ҙә ине... Беҙҙеңсә, эскән кеше бөгөн үлмәһә, иртәгә үлер ине, бында бер араҡы ғына ғәйепле түгелдер. Сәбәп эсемлектә генә түгел, тағы ла нимәләлер бар кеүек. Атта ла, тәртәлә лә бар, тигәндәй. Бәлки, йәшәүҙән туйып, бәндә үҙе үлем ҡосағына күрәләтә ташланалыр?
Читайте нас: