Все новости
Яңылыҡтар
12 Января 2018, 14:28

ЙӘШ ЖУРНАЛИСТ - БЕҘҘӘ

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы тарафынан үткәрелгән “Йәш журналист” республика конкурсында Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Гөлзәмиә Абдуллина еңеүсе булды.

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы тарафынан үткәрелгән “Йәш журналист” республика конкурсында Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Гөлзәмиә Абдуллина еңеүсе булды. Сарала ҡатнашҡан 74 бәйгесе араһында уның эше иң яҡшыһы тип табылды. Гөлзәмиә ярышта үҙенең ҙур, татыу ғаиләһе тураһында кинәнеп һөйләне һәм ғаилә архивынан фотоһүрәттәр менән таныштырҙы. Йәш журналистҡа 1-се дәрәжәләге диплом менән бергә иҫтәлеккә планшет бүләк иттеләр, ә тырыш ҡыҙҙы бәйгегә әҙерләүсе уҡытыусыһы Закира Туйсинаға Рәхмәт хаты тапшырҙылар.

- Гөлзәмиә ныҡ тырыш ҡыҙ, сараға бик етди әҙерләнде. Материалдарыбыҙ буйынса жюри ағзалары тарафынан маҡтау һүҙҙәре ишетеү беҙҙең өсөн һөйөнөс булды. Эшебеҙҙе еңеүсе тип билдәләгәстәр ҙә ғорурлыҡ хисе кисерҙек, - ти Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Закира Париж ҡыҙы.
Читайте нас: