Юшатыр
+11 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Яңылыҡтар
12 Января 2018, 14:30
ҠЫЙБАТЛАНА
«Жить стало лучше, жить стало веселей», – тип әйткән үткән быуаттың утыҙынсы йылдарында иптәш Сталин.
«Жить стало лучше, жить стало веселей», – тип әйткән үткән быуаттың утыҙынсы йылдарында иптәш Сталин. Совет кешеләре күңеллерәк йәшәй башлағанын тойҙомо икән был саҡ? Беҙҙең менталитет шулай, нимә әйтәләр, шуға ышанабыҙ, ыштан тишегенән оса күренеп торһа ла, яман шәп йәшәйбеҙ тибеҙ, сөнки беҙҙең башҡа ошо турала көнө-төнө тыҡыйҙар. Тормошобоҙҙоң яҡшырыуын күрһәтеүсе сираттағы дәлил. Быйылдан Башҡортостанда урман әҙерләү хаҡы арта, йәғни, кем йорт һалыуҙы 2018 йылға планлаштырған, ул аҡсаһын күберәк түгергә тейеш була. Урман хаҡы 40 %-ҡа ҡыйбатлана. Был федераль коэффициенттың артыуына бәйле буласаҡ. Мәҫәлән, элек ҡарағайҙың хаҡы 240 һум торһа, хәҙер 408 һум буласаҡ, ҡайын былтыр 142 һум ине, быйылдан ул 205 һум торасаҡ.
Йорт һалырға уйлаған кеше хәҙер тағы ла ҡатыраҡ уйға батасаҡ – бындай тормошта лутсы землянка ғына ҡаҙып йәшәргә лә ҡуйырғамы әллә? Ә власҡа үпкә юҡ, улар шәп эшләй, беҙҙең мәнфәғәтте ҡайғырта – телевизор шулай ти. Бар бәләләрҙә лә, хатта һин йорт һала алмағанда ла, Америка ғәйепле...
«Урмандарға керһәң, ағас киҫһәң, кәкреһен киҫмә, төҙөн киҫ». Шулай көйләйбеҙ ҡунаҡ-фәләндә. Хәҙер йырҙың һүҙҙәрен үҙгәртергә тура килеүе лә ихтимал, сөнки ағастың төҙөн түгел, кәкре-бөкрөһөн дә ҡырҡа алмауыбыҙ бар. Вәт ҡороғор Әмерик, нимә эшләтә беҙҙе, ә.
Ауылдарҙы бөтөрөүгә ошо ысул ярҙам итмәҫме икән, тиҙәрҙер...
Ҡалала ипотекаға өй алыусылар алданыуҙан ҡурҡа, әҙ булдымы ни первоначальный түләр өсөн йәшәгән квартираларын һатып түләп, аҙағынан алданып, урам буйында тороп ҡалыусылар. Шуға күрә ни булһа ла ауылдарҙа өй һала инеләр. Хәҙер өй һалырға ағас ҡиммәтләнә. Әле өйөн генә түгел, ауылда йәшәгәс һарайын-мунсаһын да төҙөргә кәрәк була. Яғырға утыны ла кәрәк бит инде. ( Ҡайҙа ти бөтәһенә лә газ... Газды сит илгә үткәрәләр тәү сиратта, үҙебеҙҙекеләр тороп тора.) Тик әлеге лә баяғы ябай халыҡҡа ауырлыҡ төшә инде.
Хәлисә ҒӘЛЛӘМОВА
Белорет ҡалаһы
Читайте нас: