Все новости
Яңылыҡтар
16 Января 2018, 14:01

АВТОЛАВКА ЯЛ ИТӘ

Автолавкалар бүләк итеп бирҙеләр Башҡортостандың 10 районына, тип ҡыуандыҡ яңы ғына. Беҙҙең районға ла бирҙеләр.

Автолавкалар бүләк итеп бирҙеләр Башҡортостандың 10 районына, тип ҡыуандыҡ яңы ғына. Беҙҙең районға ла бирҙеләр.

Магазиндары булмаған, алыҫта ятҡан ауылдарҙы кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү маҡсатында ошондай автолавкалар алыу өсөн 15 млн. һум бүленде республика бюджетынан. Көйөргәҙегә хаҡы 1,5 млн. һум булған машинаны алып ҡайтып ултырттылар. Тик ул һаман эшһеҙ интегә, машина Райпоныҡы түгел һаман, кәрәкле документтары эшләнмәгән. Быныһы ярар, автолавка алған 10 райондың бишәүһе был машиналарҙан баш тартҡан. Аренда өсөн айына 57 мең һум түләргә кәрәк икән, ә тауар һатыуҙан килгән аҡса был хәтлем табыш килтермәй. (Ҡайһы саҡ Райпо машинаһы 200 һум да алып ҡайта алмай барған еренән). Бына ҡыҙыҡ (ҡыҙғаныс), нәмә булды ул был? Ниңә яҡшы тигән эшебеҙ ҙә гел киреһенсә килә лә сыға?

Райпо әлегә үҙ машинаһында ташый ауылдарға тауарҙы, автолавка ял итә, былай барһа маҡталған машина Көйөргәҙелә төпләнә алырмы - билдәһеҙ.
Читайте нас: