Все новости
Яңылыҡтар
16 Января 2018, 16:35

ТИҘҘӘН

Әле яңы ғына «Ҡайҙа ФАП?» тип яҙғайныҡ гәзитебеҙҙә, бына ошондай булырға тейеш тип, уның фотоһын да ҡуйғайныҡ.

Әле яңы ғына «Ҡайҙа ФАП?» тип яҙғайныҡ гәзитебеҙҙә, бына ошондай булырға тейеш тип, уның фотоһын да ҡуйғайныҡ. Ҡыуаныслы хәбәр алдыҡ. Теге беҙ «эҙләгән» модулле ФАП-ты 30 декабргә тиклем Көйөргәҙе ауылына алып килеп урынлаштырмаҡсылар. Әлеге көндә уның нигеҙе әҙерләнә. 7,5Х8,5 размерлы, 3 млн 500 мең һум торған был ФАП тиҙҙән бар ауыл халҡын ҡыуандырыр, тип ышанабыҙ. Тик бына, көндәрҙең һыуыҡ булыуы сәбәпле, һыу үткәреү мәсьәләһе майҙа ғына хәл ителәсәк.

Ошолай яҙҙыҡ яңыраҡ ҡына, тик ФАП ҡайҙалыр аҙашып йөрөнө булыр, беҙ күҙҙаллаған ваҡытҡа әҙер булманы, бына әле йән фарман ҡоролоп ята ул. Тиҙ арала эштәр бөтөп, Көйөргәҙе ауылында бынамын тигән заманса фельдшер пункты барлыҡҡа килер.
Читайте нас: