Үткән аҙна аҙағында Бахмут ауыл китапханаһында “Ҡурсаулыҡ мотивы” тип исемләнгән китаптар күргәҙмәһе үткәрелде. Унда тыуған илебеҙҙәге милли парк һәм ҡурсаулыҡтар тураһында яҙылған китаптар, хикәйәләр, төрлө мәҡәләләр урын алғайны. “Күргәҙмәбеҙ аша китап һөйөүселәрҙә тәбиғәткә ҡарата ихтирамлыҡ, итғтибарлыҡ артыр тип уйлайбыҙ”, - ти китапханасы Татьяна Хлапонина.