Ошо аҙнала Көйөргәҙе районы биләмәһенән үтеүсе Ырымбур трассаһында юл таҙартып китеп барған машина утыҙ йәштән саҡ ҡына өлкән ҡатынды бәрҙертә. Водитель уны абайламаған икән – ҡатын ҡара кейемдә булған. Бисараны дауаханаға алып баралар барыуын, тик ул тиҙҙән йән бирә.