Все новости
Яңылыҡтар
19 Января 2018, 17:29

ЕҢЕЛ ГЕНӘ БАЙЫРҒА ТЕЛӘГӘНДӘР

Өфө һәм Күмертау ҡалаларының 29 йәштән алып 40-ҡа тиклемге өс кешеһе 2013 йылда уҡ үҙ эшмәкәрлеген башлаған «РостКапитал» финанс пирамидаһын төҙөүҙә ғәйепләнә.

Өфө һәм Күмертау ҡалаларының 29 йәштән алып 40-ҡа тиклемге өс кешеһе 2013 йылда уҡ үҙ эшмәкәрлеген башлаған «РостКапитал» финанс пирамидаһын төҙөүҙә ғәйепләнә.

Прокуратура хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, енәйәтселәр үҙҙәренә күберәк клиент йәлеп итер өсөн республика ҡалаларының иң үҙәк урамдарында офистар булдыра. Уларҙың рекламалары ла шәп эшләй. Енәйәт ҡылыусылар бик табышлы бизнесҡа тип кешенән аҡса йыя һәм уларға 18%-тан алып 36%-ҡа тиклем табыш вәғәҙә иткән була. Ысынбарлыҡта иһә бер ниндәй ҙә эш башҡармай улар, ә элекке клиенттарына яңы клиенттарының аҡсаһынан әҙ-мәҙ генә проценттар тамыҙып тора. Яман уйлы был әҙәмдәр тағы ла күберәк аҡса йәлеп итер өсөн, хатта «Башстрой» тигән торлаҡ-төҙөлөш кооперативы булдыра. Ошондай төрлө махинациялар менән улар 2013-2016 йылдарҙа барлығы 204 кешенән 32 млн һум аҡса «эшләп» ала.

Аҡсаларына енәйәтселәр Өфө һәм уның эргәһенән ер, күсемһеҙ милек һатып алған. Шулай уҡ йорттар төҙөп һатҡандар. Әлеге көндә был бик рәхәт кенә байырға теләүселәргә енәйәт эше асылған. Уларҙың 22 млн һумлыҡ күсемһеҙ милектәренә, автомобилдәренә һәм башҡа милкенә арест һалынған.
Читайте нас: