Все новости
Яңылыҡтар
19 Января 2018, 16:23

ФОРУМДА ҠАТНАШТЫ

17 ғинуарҙа Мәскәү өлкәһенең Коломна ҡалаһында уҙғарылған кесе ҡалалар һәм тарихи тораҡтар форумында Күмертау ҡалаһы Башҡортостан Республикаһын күрһәтте.

17 ғинуарҙа Мәскәү өлкәһенең Коломна ҡалаһында уҙғарылған кесе ҡалалар һәм тарихи тораҡтар форумында Күмертау ҡалаһы Башҡортостан Республикаһын күрһәтте.
Форумда ҡатнашыусы 400 кеше, шул иҫәптән 277 федераль власть, төбәк хөкүмәте, муниципалитет башлыҡтары вәкилдәре араһында Күмертау ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев та бар. Сарала кесе ҡалалар һәм тарихи тораҡтар үҫеше буйынса төрлө проекттар тураһында һөйләшеү алып барылды һәм «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» өҫтөнлөклө проектының тәүге йыл һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды. Күмертауҙа ла эшләп килгән ошондай программа сиктәрендә 14 ихата территориялары тәртипкә килтерелде. Шулай уҡ Ю. Гагарин исемендәге ял итеү паркын үҙгәртеп ҡороу эштәре әле лә дауам итә.
Читайте нас: