Ермолаевоның «Кѳйѳргәҙе» ҡулланыусылар йәмғиәте кѳнѳнә яҡынса 180 мең һумға тиклем үҙҙәрендә етештерелгән аҙыҡ-түлек һата. Ошо хеҙмәт уңышына «Тәмле цех» кондитерҙары ла ѳлѳш индерә. 4 кешелек бәләкәй генә коллектив кѳнѳнә 400 килограмға тиклем тәмле продукция етештереп район һәм Күмертау ҡалаһының сауҙа нѳктәләренә, уҡыу йорттарына оҙата.