Все новости
Яңылыҡтар
23 Января 2018, 17:46

БАНКОМАТҺЫҘ ҠЫЙЫН

Бынан бер нисә йыл элек «Россельхозбанк»тың Яҡшымбәт ауылында урынлашҡан банкоматын уғрылар талағайны. Шунан һуң был банктың район үҙәгендәге филиалынан килеп банкоматты бөтөнләй яптылар. Шунан бирле «Искра» ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре эш хаҡын алыу өсөн Ермолаевоға, 40-45 километр араға, йөрөргә мәжбүр.

Бынан бер нисә йыл элек «Россельхозбанк»тың Яҡшымбәт ауылында урынлашҡан банкоматын уғрылар талағайны. Шунан һуң был банктың район үҙәгендәге филиалынан килеп банкоматты бөтөнләй яптылар. Шунан бирле «Искра» ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре эш хаҡын алыу өсөн Ермолаевоға, 40-45 километр араға, йөрөргә мәжбүр.

Беҙ шул хаҡта ауыл хужалығы кооперативы ағзаларының фекерҙәрен белештек.

Салауат ИБРАҺИМОВ, «Искра» хужалығы водителе:

«Хәҙер бына бер нисә йыл инде эш хаҡы алырға Ермолаевоға йөрөйөм. Ярай, минең еңел машинам бар. Бер юлы шунда үҙебеҙгә кәрәк-яраҡ тауарҙар ҙа һатып алып ҡайтабыҙ. Ә хужалыҡтың ҡайһы бер ағзалары көнөндә генә йә тиҙ арала эш хаҡын барып ала алмаҫҡа ла мөмкин бит әле. Шуға күрә «Россельхозбанк» Яҡшымбәттә банкоматты яңынан асһа, һәйбәт булыр ине. Ҡотлоюлдан Ермолаевоға барып ҡайтыу өсөн 10 литр бензин китә, был да кеҫәгә ҡырын һуҡмай ҡалмай».

Урал ИБРАҺИМОВ, хужалыҡтың Ҡотлоюл бүлексәһе бригадиры:

«Төпкөл ауылда ла банкомат булыуы бик уңайлы инде ул. Банкомат аша коммуналь хеҙмәттәргә түләү ҡулай. Ҡайһы бер ауыл магазиндарында терминал бар, ҡайһыһында юҡ. Булмағанына ҡул аҡсаһы менән иҫәпләшергә кәрәк. Банкомат эргәлә булғас, аҡса алаһың да иҫәпләшәһең. Бына шул мөмкинлектәрҙән мәхрүм ҡалдыҡ. Теләйһеңме, теләмәйһеңме - Ермолаевоға барырға тура килә. Бара алмағандары кодын әйтеп, карточкаһын ауылдаштарына биреп ебәрә. Бындай сара үҙен аҡлап бөтмәй. Барыбер ҙә икенсе кешегә кодыңды биреп ебәреү закон ҡыҫаларына һыйып бөтмәй. Ә күршең һинең күҙеңә ҡарап тора икән, йомошон үтәмәй ҙә булмай».

Рәүеф АБДУЛЛИН, «Искра» хужалығы агрономы:

«Мин уғрыларҙың был енәйәти эше төпкөл ауылдағы банкоматты ябыу өсөн бер һылтау ғына булды, тип иҫәпләйем. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләгән сағымда ул мәсьәләне «Россельхозбанк»тың Ермолаево филиалы алдында бер нисә тапҡыр күтәреп ҡараным. Банк хеҙмәткәрҙәре, уны беҙ түгел, Мәскәүҙәге етәкселегебеҙ хәл итә, тине. Дөрөҫөн әйткәндә, был ваҡиға банкка үҙҙәренең сығымдарын ҡыҫҡартыу өсөн килешеп ҡалды, шикелле. Башҡаса бер нисек тә түгел. Улар бер нисә миллион һумлыҡ зыян күрҙе. Тик ул барыбер ҙә беткә үсегеп тунды утҡа яғыу һымаҡ була.

Ай һайын эш хаҡы артынан районға йөрөү рәхәт түгел. Барып ҡайтыу өсөн 500 һум тирәһе аҡса китә».

Был мәсьәлә буйынса беҙ «Россельхозбанк»тың Ермолаево филиалы идарасыһы Александр Анатольевич Бобковҡа сыҡтыҡ. Ул: «Проблема беҙгә яҡшы таныш. Юғарыға хат менән бер нисә тапҡыр ғына түгел, ә күп мөрәжәғәт иттек. Ысынлап та, мәсьәлә һуҙыла. Хәҙер Көйөргәҙе районы Хакимиәте исеменән дә яҙма рәүештә мөрәжәғәт ебәреләсәк. Яҡшымбәттә банкомат яңынан эшләй башлар, тип өмөтләндерәм», - тине. Вәғәҙә үтәлерме, юҡмы – ваҡыт күрһәтер.

Рәүеф АБДУЛЛИН фотоһы


Читайте нас: