Все новости
Яңылыҡтар
23 Января 2018, 18:09

УҠЫУСЫЛАР МЕНӘН ОСРАШТЫ

Ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев спортта ла, уҡыуҙа ла алдынғылыҡ бирмәгән, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашҡан ҡаланың иң яҡшы уҡыусылары менән осрашты. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ла яуап алды һәм ҡала башлығына йорттар янында баскетбол уйнау өсөн майҙансыҡтар кәрәклеге хаҡында әйтте.

Борис Беляев шулай уҡ ҡаланың 1-се һанлы «Гармония» мәктәбендә булды. 700 бала уҡыған белем усағының тамашалар залы заман талаптарына тап килмәй. Мәктәптә февралдә Йәш дипломаттар клубы асыла һәм бында улар Донъя залы ойоштормаҡсылар. Шуға күрә ҡала башлығы ремонтты тиҙерәк башларға ҡушты. Аҡса ҡала бюджетынан бүленәсәк.
Читайте нас: