Все новости
Яңылыҡтар
23 Января 2018, 18:07

ЙОМАҒОЛОВ УРАМЫ БУЛАСАҠ

Үткән йома көндө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында яҡташыбыҙ Илшат Йомағоловтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған ижади хәтер кисәһе үтте.

Үткән йома көндө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында яҡташыбыҙ Илшат Йомағоловтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған ижади хәтер кисәһе үтте. Драматургтың туғандары, яҡындары, уның талантын һөйөүселәр, коллегалары ҡатнашҡан сарала Көйөргәҙе районынан вәкилдәр булып район хакимиәте башлығының эштәр идарасыһы Әлфиә Исмәғилова, райондың Хәйриә фонды директоры Фәнир Малбаев һәм Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Тамара Малбаева барҙы. Хәтер кисәһендә яҡташыбыҙҙың тыуған ауылы Тимербайҙың бер урамына Илшат Йомағоловтың исемен бирәсәктәре тураһында ла һүҙ булған.
Читайте нас: