Все новости
Яңылыҡтар
26 Января 2018, 16:21

НАХАҠҠА ҒӘЙЕПЛӘГӘНДӘР

«Юшатыр» гәзитенең былтырғы һандарының береһендә яҡташыбыҙ – Күмертау егете, Башҡортостан Республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында етәксе урынбаҫары булып эшләгән Азат Кәлимуллинға ҡарата енәйәт эше асылыуы тураһында яҙғайныҡ.

Уны Башавтотранс йәмғиәтенә автобустарҙы юрамал юғары хаҡҡа: 585,9 млн. һум урынына 630 млн. һумға һатып алған, тип ғәйепләгәйнеләр. Азат Мостафа улы был эште ул саҡта, кемдәрҙеңдер хөсөт йөрөтөүе, үс алырға маташыуы, тигәйне.

Бына көтмәгәндә ҡыуаныслы яңылыҡ: Башҡортостан Республикаһы Верховный суды, етәксе урынбаҫарына ҡарата енәйәт эше асыу законлы булмаған, тигән ҡарар сығарҙы. Беҙ Азат Кәлимуллиндың биләгән урынын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуына, бигерәк тә дәүләткә 50 млн. һумлыҡ зыян килтергән, тигән ғәйепләүгә ышанмағайныҡ та. Яҡташыбыҙҙың алда барыһы ла яҡшы булыуын, карьера үҫешен, бүре өйөрөндә юғалып, ашалып ҡалмауын теләйбеҙ.
Читайте нас: