Все новости
Яңылыҡтар
26 Января 2018, 16:56

САҢҒЫ БАР, ГАРМУН ДА БУЛАСАҠ

Районыбыҙҙың “Йәшлек” мәҙәниәт һарайына оҙаҡламай яңы гармун аласаҡтар.

Районыбыҙҙың “Йәшлек” мәҙәниәт һарайына оҙаҡламай яңы гармун аласаҡтар. Хатта бер гармун ғына түгел, бишәү була, был ғына аҙ, баян да алалар. Биш гармун һәм бер баян. 2016 йылдың урындағы үҙидаралыҡ органдары эшмәкәрлегенең күрһәткәстәре буйынса 42 ауыл муниципаль райондары араһында районыбыҙ 6-сы урынды алып 5,5 миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнеүе хаҡында “Юшатыр”ҙа сыҡҡайны. Был музыка ҡоралдарын да ошо аҡса иҫәбенән аласаҡтар. “Мәҙәниәт өлкәһендә музыка ҡоралдарының төҙөк һәм яҡшы булыуы бик мөһим, шуға ла беҙ гармундар һәм баян алырға булдыҡ. Бер гармун хаҡы 35 мең һум, ә баян 450 мең һум тора”, - ти район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова. Шулай уҡ ошо көндәрҙә районыбыҙға 120 пар өр-яңы саңғы ла алынды. Был саңғыларҙы ла ошо 5,5 млн һумдың 600 мең һумына алғандар.
Читайте нас: