Все новости
Яңылыҡтар
30 Января 2018, 16:38

ҠАПТЫ

Урыҫтарҙың Суҡыныу көнө алдынан ғына кемдер райондағы сиркәүҙе лә, мәсетте лә талап сығыуы хаҡында «Алланан да ҡурҡмағандар» тигән мәҡәләлә яҙылғайны («Юшатыр», 23 ғинуар, 2018 йыл.)

Урыҫтарҙың Суҡыныу көнө алдынан ғына кемдер райондағы сиркәүҙе лә, мәсетте лә талап сығыуы хаҡында «Алланан да ҡурҡмағандар» тигән мәҡәләлә яҙылғайны («Юшатыр», 23 ғинуар, 2018 йыл.)

Дин ҡарағы иректә оҙаҡ йөрөй алмаған, эләккән, бахырҡай. Ейәнсура районынан 33 йәшлек ир булып сыҡҡан ул. Уның Ермолай урамдарынан барғанын видеокамера төшөргән булған. Беҙгә билдәле булыуынса, мәсеттән урланған сумма 6 мең һум ғына булмаған – 10 мең һумдан артыҡ, сиркәүҙән сәлдерелгән аҡса ла күберәк икәне һуңыраҡ билдәле булды. Урланған сумманың күпмеһендер ирҙән алғандар, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡуй инде, төрмәгә алып барып тығырлыҡ эш ҡылырға нимә этәрҙе икән был кешене? Эшһеҙлек, аҡса юҡлыҡ түгелдер ҙә... Алланан ҡурҡмайһыңмы, тип һорау ҡуйғайныҡ беҙ уға гәзит аша, Хоҙайҙан да ҡурҡмаҫлыҡ ҡылыҡ ҡылып, урланған аҡса ярҙамында ниндәйерәк проблемаларын хәл итергә йыйынған булған икән был мосафир?
Читайте нас: