Беҙҙең районда бындай ғаризаны Ермолаево ауылының Тыныслыҡ проспекты, 10-сы һанлы йортонда эш көндәрендә сәғәт көндөҙгө 4-тән киске 8-гә тиклем, ә ял көндәрендә сәғәт иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем яҙа ала. Бынан тыш уларҙың 74 филиалы эшләйәсәк һәм Күп функциялы үҙәктәрҙә лә (МФЦ) ғаризалар ҡабул ителәсәк. Шулай уҡ ғаризаны Интернет селтәрендә Дәүләт хеҙмәте порталы аша ла биреп була. 25 февралдән бындай ғаризаларҙы участка һайлау комиссиялары ла ҡабул итә башлай. Бынан тыш Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһында Һорау-мәғлүмәт үҙәге эшләй. Бында күп каналлы телефон аша бушлай шылтыратып мөрәжәғәт итергә була. Тел.: 8-800-707-2018, (+7495) 727-2018. Шулай уҡ барлыҡ мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының сайтында –
http://baskortostan.izbirkom.ru/ урынлаштырылған.