Все новости
Яңылыҡтар
2 Февраля 2018, 16:22

«Һинеке яна, минеке юҡ»

Янғын - иң ҡурҡып торған афәттәрҙең береһе. Унан бер ни ҡалмай икәнен күпме кеше татыны.

Янғын - иң ҡурҡып торған афәттәрҙең береһе. Унан бер ни ҡалмай икәнен күпме кеше татыны.

Йыл башынан районда 5 янғын булған. Бер кеше үлде. Былтыр был осорҙа ни бары 2 генә ут сыҡҡан булған, мартҡа хәтлем бер янғын да булмаһа, былтырғы сиктән сығып китмәйбеҙ, ти ут һүндереүселәр. Быныһы ярар инде, йортмо, нимә янған мәлдә күрше-тирә, башҡа асығауыҙҙар ҡул ҡаушырып ситтән ҡарап тора, тип асыулана власть кешеләре. Мәҫәлән, яңыраҡ Ермолаевоның Дуҫлыҡ урамындағы янғында шулай булған. Электәре кем күнәк, кем нимә тотоп йүгерешеп ут һүндерә торғайнылар түгелме? Хәҙер ниндәйҙер кәртинкә ҡараған һымаҡ йорт янғанын ситтән күҙәтәбеҙ, хатта кемдер телефонға видеоға төшөрөп тороуы ихтимал.

Молоканда йорт янды, бер ир үлде. Янғын һүндереүселәр килгән дә киткән (уныһында ла ауылда һыу булмаған, Маяҡ ҡасабаһына барып алғандар), ә йорт ҡалдыҡтары быҫҡып ятып ҡалған. Аҙна үткән, өй иһә һаман төтәй. Молокандар шылтырата: килегеҙ, тын алып та булмай, һүндерегеҙ, һеҙҙең эш бит ул. Янғын һүндереүселәрҙең үҙ ҡайғыһы үҙҙәренә – ниндәйҙер таҡта киҫәгенә һыу һиптерәбеҙ тип кенә барһаҡ, бензин бөтә, беҙгә аҙ бирәләр бензинды, машиналар ҙа етешмәй. Бәлки, ошо ваҡыт икенсе бер ауылда ут сығыр? Былай ҙа, кем эштән китә беҙҙән, урынына яңыһын алмаҫҡа, тип бойорҙолар. Шуға күрә аҙға ҡалдыҡ. Һүндерегеҙ опилкағыҙҙы үҙегеҙ.

Бына шундай хәл. Һин тейеш, мин юҡ, һинеке яна, минеке юҡ, тигәндәй йәшәйбеҙ. Былай барһа, тиҙҙән тотошлай янып бөтөүебеҙ ҙә бар.
Читайте нас: