Все новости
Яңылыҡтар
2 Февраля 2018, 14:47

МУТТЫҢ ДА МУТЫ

Беҙҙе аҙым һайын алдайҙар, бигерәк тә Хөкүмәт, йә пенсияны туңдыра: йә һалымдың исемен башҡаса үҙгәртә лә яңы һалым ысулы уйлап таба. Шулай булғас, ябай кеше лә уны, уға ҡушып башҡаһын да алдарға тырыша.

Бахмут ауылында йәшәгән 22 йәшлек ир-уҙаманы ла был йәһәттән мут кеше булып сыға. «Volvo С30» автомобилен былтыр апрелдә төкәтә лә тейешенсә страховкаһын ала. Бер аҙ йөрөй торғас, аҡса яғы ҡойтоланып китә бит бының, йәнә лә ошо уҡ юл менән кеҫәһен ҡалынайтырға уйлай. Иптәше менән һөйләшә лә автомобилдең бер мөйөшөн юрый ғына тегенең машинаһына төкәтә, эш матур ғына, алдан уйланғанса бара, былар 216 мең күләмендә страховка ала. Тик нисектер һиҙеп ҡалалар бит был мутлыҡты – машинаның төкәлгән ере теге апрелдә үк ҡыйшайған ер була. Егет үҙ ғәйебен таныған, хәҙер уны суд көтә.

Артыҡ аҡса кемгәлер килешмәй, страховка компанияларын былай ҙа ныҡ алдайҙар, тиҙәр, шуға тегеләре йүнле эшләй ҙә алмай, гел зыянға ғына, ошондай енәйәттәрҙе күберәк аса алһалар, бәлки, автомобиль страховкаһы йүнәлешендә тәртип тә булыр ине.
Читайте нас: