2018 йылдың 2 февралендә Башҡортостан Республикаһындағы Ғаилә йылына ҡарата эмблемалар буйынса конкурс эштәре комиссия тарафынан ҡаралып, улар араһынан иң яҡшыһы һайлап алынды. Конкурсҡа килгән 27 эш араһынан Өфөнән Владислав Әхмәтовтың эше еңеп сыҡты.