Все новости
Яңылыҡтар
6 Февраля 2018, 14:31

«ҠУНАҠТА ҒЫНА БУЛҒАН»

Ни нәмәлер, көн дә кемдеңдер юғалыуын ишетеп торабыҙ. Ҡайҙалыр тип сығып китә лә әҙәм, кинәт кенә юҡҡа сыға. Күп осраҡта нимә булғаны аҙаҡ беленә - кемдер аҡылға зәғиф булып, ҡайҙа нимә эшләгәнен белмәй киткән, кемдеңдер ҡапыл ғына «йөрөп» килгеһе килгән дә, йәне тартҡан яҡҡа олаҡҡан (ялҡытҡан бер төрлө тормош - йәне лә, тәне лә байрам көҫәгән). Бәғзе ваҡыт инде ҡайһыһыныңдыр тик кәүҙәһен табалар. Йәш-елкенсәк тормошто уйын тип беләме - бигерәк тә улар баш һуҡҡан яҡҡа сығып китеүсән.

28 ғинуарҙа 16 йәшлек ҡыҙ ҙа Иҫке Отрада мәктәбенә юллана. Төштән һуң ниндәйҙер күнекмә була, ти өйҙәгеләргә. Уны-быны абайламағандар насар нәмә уйламай, ауыл бит ул, мәктәп тә алыҫ түгел. Тик ҡыҙ бала һыуға төшкәндәй юҡ була. Тегеләй баралар, былай һуғылалар - юҡ теге. Аптыраған ата-әсәгә бер аҙҙан сит телефондан шылтырата теге. Силәбеләмен, минең барыһы ла яҡшы, мине эҙләмәгеҙ, ти. Иҫке Отрада трассала ултырған ауыл, берәй машинаға эләгеп киткәндер был, моғайын, тип уйлап ҡуйған булдыҡ беҙ.

Бына әкәмәт, ниндәй замана - тот та сыҡ та кит. Һәр балаға ҡарауыл ҡуйыр ваҡытҡа еттекме инде? Һуғыш-фәлән мәлендә инде, билдәле, бәндә ризыҡ эҙләп сығып киткән, ә хәҙер кешегә нимә етмәй? Бәлки, ҡай саҡ тәрбиәләге ата-бабалар ысулына күсеү ҙә артыҡ булмаҫ ине - ыштанын һалдырып осаһын ҡайыш менән һыҙырырға?

Шулай итеп Марина Выгузованың фотоһы бер нисә көн интернет киңлектәрен иңләне. Полиция хеҙмәткәрҙәре лә, волонтерҙар ҙа эҙләне уны. Бына, ниһайәт, уның имен-аман өйөнә әйләнеп ҡайтҡаны ишетелде. Ҡыҙҙың ҡайҙа булғаны тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәт биреүсе юҡ. Шулай ҙа уны бер ниндәй ҙә Силәбелә түгел, ә Татарстандан табып алғандары билдәле булды. Баҡтиһәң, ҡыҙыҡай интернет аша Татарстан егете менән танышып алған да, тегенеһе быны килеп ала һалып та киткән икән. Бөтә кеше бер булып эҙләгән ҡыҙыбыҙ «ҡунаҡта ғына булған». Марина һәм уның ата-әсәһе менән тиҙҙән полиция хеҙмәткәрҙәре һөйләшәсәк.
Читайте нас: