Беҙ янғындар тураһында әйләнгән һайын яҙып торабыҙ, иҫкәртәбеҙ, властар ҙа гел шуны һөйләй — фәтеүә генә бик юҡ.
Уҙған аҙнала вице-премьер Марат Мәһәҙиев ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ултырышта Башҡортостанда былтырғы йыл менән сағыштырғанда янғындар һаны 30%-ҡа артҡан, тип белдерҙе. Хәл бик тә насар. Янып үлгәндәр һаны ла артҡан. Иң күп янғын сыҡҡан райондарҙы ла атағандар, ҡыҙғанысҡа, Көйөргәҙе лә был күңелһеҙ исемлектә бар. Беҙҙә быйыл 5 янғын булды, бер кеше янып теге донъяға китте, тип яҙғайныҡ. Былтыр был осорҙа ике янғын теркәлгән, үлеүселәр булмаған. Янғындар бар ерҙә лә бер төрлөрәк сыға: боҙоҡ мейес, электр сымдары, ут менән һаҡ эш итмәү.
Районда республика иҫәбенән 249 йортҡа янғынды иҫкәртеү приборҙары ҡуйылған. Силсәүиттәр ҙә күпмелер йортҡа ошондай нәмәләрҙе урынлаштырған. Бындай техник саралар күп йорттарҙы янғындан һаҡлап ҡалырына ышанабыҙ. Әммә уларҙың сигналы кеше өйҙә булһа ғына ишетелә. Шуға күрә йорттан сығып киткән саҡта ла, һүндерерлеген һүндереп, уяулыҡты һаҡларға кәрәклеген дә онотмайыҡ. Статистикаһы статистика менән, үҙебеҙҙе һәм эргә-тирәләгеләрҙе һаҡлайыҡ, бер-беребеҙгә, күршеләргә, таныш-тоношҡа ҡарата иғтибарлы булайыҡ.