Все новости
Яңылыҡтар
9 Февраля 2018, 16:54

ҠОЙРОҠТАРЫНА БАҪҠАНДЫ КӨТКӘНДӘР

Көйөргәҙе районында «Ремонт-эксплуатация участогы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең, законды боҙоп, сүп-сар йыйыу менән шөғөлләнгәнлеге асыҡланған.

Көйөргәҙе районында «Ремонт-эксплуатация участогы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең, законды боҙоп, сүп-сар йыйыу менән шөғөлләнгәнлеге асыҡланған. Башҡортостан Республикаһы прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, был ойошма санитар нормаларҙы үтәмәгән. Шул арҡала сүп-сар хәүеф тыуҙырыусы кластарға бүленмәгән. Быға бәйле компания лицензия алмаған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, предприятие етәкселәре муниципаль власть органдары менән килешеү төҙөүгә ирешкән. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә ойошмаға 40 мең һум күләмендә штраф һалынған. Предприятие етәкселәре етешһеҙлектәрҙе бөтөргән.
Читайте нас: