7 февралдә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе бер ғаилә төтөн еҫенән ағыуланған. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Юрий Куров хәбәр итеүенсә, зыян күреүсе ҡатын был көндө өйөндә пирожки бешергән. Был ваҡытта йорттоң пластик тәҙрәләре томаланған булған. Етмәһә, газ колонкаһы ла эшләгән. Кухняға саф һауа кермәгәнлектән, ағыулы газ мөрйәгә бармайынса, йорт эсенә таралған. Ошо еҫтән хужабикә етди зыян күргән. Атаһын һәм ун туғыҙ йәшлек улын да был бәлә урап үтмәгән. Бәхеткә күрә, ҡатындың 3 йәшлек улы ниндәйҙер мөғжизә менән ҡотолоп ҡалған.