Беҙҙе ауыҙ рюмкаға тейә башлағандан башлап өйрәтәләр: кем менән эскәнеңде белеп эс. Әйтәләр ҙә, тик башҡа барып етмәй был аҡыл. Араҡыны күреү менән зиһен эшләүҙән туҡтай, шешәләшең донъялағы иң яҡын кеше, туған була башлай.
Яңыраҡ шулай Күмертауҙағы бер пенсионер бабай (61 йәш) йәштәр менән табын ҡора. 30,33 йәшлектәр менән һаулыҡ өсөн дә күтәрәләр туҫтаҡты, пенсия артһын өсөн дә еппәрәләр. Эскән кеше белә: араҡы тиҙ бөтөүсән була, быларҙың да «зәм-зәмдәре» бер заман бөтә, ә эске килә, байрам дауам итеүҙе талап итә. Ике йәш кешенең ауыҙҙарын асһа, үпкәләре күренеп тора, ә был бабайҙың пенсияһы бар, етмәһә, әле генә пенсия аҡсаһы артһын тип, матур теләк теләнеләр ҡартҡа, шулай булғас, йүгер әйҙә почтаға - аҡсаңды барып ал. Бабай - ябай кеше - бер олоно, бер кесене тыңла, тигән һүҙҙе иҫтә тотоп, аҡсаһын йәһәтләп кенә барып ала, тик тегеләр табынды бергә дауам итергә уйламаған да була: ҡарт кешене туҡмап аҡсаһын алалар ҙә китәләр. Һалмыш булһа ла, пенсионерҙың полицияға хәбәр итергә аҡылы, хәле етә. Теге ике алйот (тағы кем тиһең ошондай ҡылыҡҡа йөръәт иткән кешене) шунда уҡ тотола, таланып алынған 14 мең һум пенсия аҡсаһын тотоноп та өлгөрмәгән булалар.
Был йәштәргә хаҡлы ялға тиклем күп ваҡыт бар, тик былайтып йөрөһәләр, пенсияға тиклем имен-аман ғына йәшәп етмәүҙәре лә ихтимал. Ә теге ҡартҡа нимә әйтергә лә белеп булмай: алтылағы алтмышта, йәш саҡта аҡыл булмағанды, хәҙер инде нимә...