Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 33 йәшлек ир марихуана менән тотолған. Ул ташландыҡ баҡсаларҙа наркотик матдәләр етештереү өсөн үләндәр үҫтереп, уларҙан етештерелгән марихуананы пальто яғаһының эске яғына йәшереп тегеп ҡуйған һәм ҡурҡмай-өркмәй иркен һатыу иткән. Ә барыбер ҙә тотолған. Был ирҙән 100 грамм илерткес матдә тартып алынған, йәшәгән йортон тентегәндә тағы ла 150 грамм наркотик табылған.