Все новости
Яңылыҡтар
16 Февраля 2018, 13:11

БАЯЗИТ БИКБАЙ ПРЕМИЯҺЫНА КОНКУРС

Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәтенең наградалар һәм дәртләндереүҙәр комиссияһы Баязит Бикбай исемендәге премияны биреү конкурсында ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итә башлай.

Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәтенең наградалар һәм дәртләндереүҙәр комиссияһы Баязит Бикбай исемендәге премияны биреү конкурсында ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итә башлай.

Һөнәри, йәш таланттарҙың әҫәрҙәрен премияға күрһәтеү хоҡуғына әҙәби-художество, ижади берекмәләр, уҡыу йорттары, хеҙмәт коллективтары һәм айырым граждандар эйә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн түбәндәге документтарҙы комиссияға тапшырырға кәрәк:

– коллектив йыйылышы протоколы;

– Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәтенең наградалар һәм дәртләндереүҙәр комиссияһы рәйесе исеменә премияға тәҡдим ителеүсегә характеристика менән бергә үтенес ҡағыҙы;

– портфолио.

Үҙ-үҙеңде тәҡдим иткәндә түбәндәге документтарҙы тапшырырға:

– конкурста ҡатнашыуға ғариза;

– шәхси мәғлүмәттәр менән бергә характеристика;

– портфолио.

Документтар 2018 йылдың 30 апреленә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Көйөргәҙе районы, Ермолаево ауылы, Тыныслыҡ проспекты, 10, 204-се кабинет. Белешмәләр өсөн телефон: 6-11-69.

Конкурс тураһындағы положение Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәтенең рәсми сайтында https://kuyurgaza.bashkortostan.ru/ Эшмәкәрлек / Комиссиялар/ Наградалар һәм дәртләндереүҙәр комиссияһы бүлегендә урынлаштырылған.
Читайте нас: