Юшатыр
-3 °С
Снег
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Яңылыҡтар
16 Февраля 2018, 12:37
Криминальная хроника
Уҙған аҙнала район полиция бүлегендә бѳтәһе 23 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Шуларҙан 6-һы юл-транспорт ваҡиғаһына, ѳсәре урлашыу һәм административ хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡарай.
Уҙған аҙнала район полиция бүлегендә бѳтәһе 23 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Шуларҙан 6-һы юл-транспорт ваҡиғаһына, ѳсәре урлашыу һәм административ хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡарай.
Автобурҙар әүҙемләшкән
7 кѳн арауығында Холодный Ключ ауылында техникаға бәйле ике урлашыу булған.
Аҙна башында бында йорт янында торған автомашинаның бензинын ағыҙып алғандар, запас тәгәрмәскә лә «айыу майы һѳрткәндәр». Тимер ат хужаһы, беҙҙе ҡыуып етеп тотмаһын типме, бѳтә тәгәрмәстәрҙең дә һауаһын сығарып киткәндәр. Ике кѳн үткәс, шул уҡ ауылда еңел автомобилдең аккумуляторын, документтарын сәлдергәндәр. Ә Бәләкәй Мусанан хәбәр итеүҙәренсә, кѳпә-кѳндѳҙ билдәһеҙ шәхес бер ѳйҙәге 8 мең һум аҡсаға хужа булған.
Киң юл да тар булған
Юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплағанғамы икән уҙған аҙнала юл-транспорт ваҡиғалары күберәк булған. Бәхеткә күрә, уларҙа тик транспорт саралары ғына зыян күргән. Аҙна башында Ермолаевоның Чкалов һәм Ватутин урамдары киҫелешендә бер еңел автомобиль кюветҡа тѳшѳп туҡтаған.
Туҡмайҙар, ѳйҙән ҡыуалар
Һүҙ барған 7 кѳн дауамында гүзәл заттарға ҡарата физик кѳс ҡулланыу, уларҙы ҡыйырһытыу осраҡтары йышайған. Әйтәйек, Покровка ауылында бер ҡатынды урамда тотоп туҡмағандар, ә район үҙәгендәге Пушкин урамында бер ҡатынға ҡул күтәргәндәр. Ермолаевоның Йылға аръяғы урамынан белдереүҙәренсә, атай кеше ҡыҙын ѳйҙән ҡыуа икән.
Мәктәпкә эсеп килгән
Аҙна уртаһында район үҙәгендәге 2-се һанлы урта мәктәптең 8-се синыфында уҡыусы малайҙың дәрескә ауыҙынан спиртлы эсемлек еҫе сығарып килеүе асыҡланған. Үҙәк ҡала дауаханаһында Түбәнге Бабалар ауылынан билдәһеҙ эсемлек ҡулланып ағыуланған ҡатынға медицина ярҙамы күрһәтелгән. Айсыуаҡта бер гүзәл заттың ѳйѳнән, тейешле законды боҙоп, спиртлы эсемлек һатыуы фашланған.
Мәҡәләне район полиция бүлегенән алынған мәғлүмәтте файҙаланып
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?