Все новости
Яңылыҡтар
2 Марта 2018, 13:37

ЯҢЫНАН АСЫЛДЫ

Түбәнге Бабалар ауылындағы район ҡулланыусылар йәмғиәтенең магазины бынан ярты йыл элек ябылғайны.

Түбәнге Бабалар ауылындағы район ҡулланыусылар йәмғиәтенең магазины бынан ярты йыл элек ябылғайны. Халыҡтың һорауы буйынса ул яңынан эшләй башланы. Һатыусыбыҙ Айбикә Хәлитова ла элекке эш урынына сыҡты. Ул ауылдаштарын сифатлы итеп хеҙмәтләндерергә тырыша. Төпкөлдәге ауыл өсөн был да ҡыуаныслы һәм үҙенә күрә ҙур ваҡиға.

Әхәт ИСХАҠОВ, ауыл старостаһы Түбәнге Бабалар ауылы


Читайте нас: