Все новости
Яңылыҡтар
7 Марта 2018, 13:35

ДӘРРӘҮ КИЛДЕ

Сходҡа Зәк-Ишмәт халҡы дәррәү килде.

Сходҡа Зәк-Ишмәт халҡы дәррәү килде.

Ауыл советы башлығы Илшат Зәйнәғәбдиновтың отчет сығышын тыңлағандан һуң район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов халыҡты район хәлдәре менән таныштырҙы. Район хакимиәте башлығының иҡтисад, финанс һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Айрат Зөбәйеров та райондың финанс менән бәйле мәсьәләләренә туҡталды. КФХ етәксеһе булараҡ Әнүәр Усманов отчет менән сығыш яһаны һәм үҙенең иң алдынғы хеҙмәткәрҙәренә Почет грамотаһы менән аҡсалата премия тапшырҙы. Халыҡ та һорауҙарын биреп ҡалырға тырышты. Уларҙың күбеһен һалым менән бәйле мәсьәлә борсой. «Ни өсөн беҙ пай ерҙәрен үҙебеҙ ҡулланмаһаҡ та, һалымын үҙебеҙ түләйбеҙ?» - тигән һорау ҡуйҙы улар. Һатыу өсөн мал һуйыу менән бәйле проблема ла ситтә ҡалманы. Малды һуйыу өсөн әллә ҡайҙа алып бырыуҙың күп сығымдар талап итеүен белдерҙе улар. Ауылға автобустың көн дә йөрөмәүенең ҡыйынлыҡтарын да асып һалдылар. Шулай уҡ районда кардиолог булмауы ла борсоуға һала халыҡты. Һөйләшеү тамамланғас, барыбыҙ ҙа матур концерт программаһы ҡарап, ял иттек.

Хәлиҙә ӘХМӘТОВА

Зәк-Ишмәт ауылы
Читайте нас: