Все новости
Яңылыҡтар
7 Марта 2018, 13:51

ҺОРАУ БИРЕҮСЕЛӘР БАЙТАҠ БУЛДЫ

Мәмбәтҡол ауылы сходына 43 кеше килде.

Мәмбәтҡол ауылы сходына 43 кеше килде.

Иң тәүҙә ауыл советы хакимиәте башлығы Евгений Андрюшиндың отчет сығышын тыңланыҡ. Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаев районда эшләнгән эштәрҙе барлап, киләсәккә пландар менән таныштырҙы. Халыҡ араһынан һорау биреүселәр ҙә байтаҡ булды. Ауыл сүплегенә башҡа ерҙән дә сүп-сар килтереп түгеүҙәре, ауыл кешеләренең дә ҡайһы берәүҙәренең тәртипһеҙ ҡыланыуы борсой уларҙы. ФАП-тың электр сымдарын алыштырырға, клубҡа ремонт кәрәклеге хаҡында ла белдерҙе улар. Первомайскийҙан Мәмбәтҡолға тиклемге юлдың насар булыуы ла иғтибар үҙәгенә алынды. Әммә был юлдың әлегә хужаһы юҡ. Әле юлды райондың милкенә күсереү буйынса эш башҡарыла, тип яуап бирҙеләр был һорауға. Шулай уҡ ауылға интернет үткәреү мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. Был һорауға ла ыңғай яуап алынды. Балалар майҙансығы төҙөүҙе һорап та сығыш яһанылар. Быйыл урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы сиктәрендә был эш тә башҡарылыр, тиелде. Йыйылыш шәп концерт менән тамамланды.

Ольга ВАЩЕНКО

Бөгөлсән ауылы
Читайте нас: