Все новости
Яңылыҡтар
7 Марта 2018, 13:55

ТАБИП ҠЫНА ЮҠ...

Уҙған ял кѳнѳ Айсыуаҡ ауылының мәҙәниәт йортонда уҙғарылған сходҡа район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов етәкселегендә байтаҡ тѳрлѳ хеҙмәт тармағы, Ермолаево ауыл хакимиәте етәкселәренең килеүе халыҡ ѳсѳн уңайлы булды.

Уҙған ял кѳнѳ Айсыуаҡ ауылының мәҙәниәт йортонда уҙғарылған сходҡа район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов етәкселегендә байтаҡ тѳрлѳ хеҙмәт тармағы, Ермолаево ауыл хакимиәте етәкселәренең килеүе халыҡ ѳсѳн уңайлы булды.

Муниципаль берәмек башлығы Роман Барановскийҙың 2017 йылғы эш йомғаҡтарына арналған ентекле сығышынан һуң сараға килеүселәр уға һәм ойошмалар етәкселәренә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе, проблемалар күтәрҙе. Әйтәйек, урындағы мәҙәниәт усағы насар йылытыла, бында торба туңыу сәбәпле, һыу юҡ. «Коммунальник» йәмғиәте етәксеһе Сергей Селищев мәсьәләне ѳйрәнеп, проблеманы хәл итергә һүҙ бирҙе. Ни сәбәплелер, йыйылышта Күмертау үҙәк дауаханаһының баш табибы йә урынбаҫарҙары булманы. Ә уларға ҡағылған һорауҙар күп булды. Айсыуаҡтарҙы Ермолаево дауаханаһында кѳндѳҙгѳ бүлектә дауаланыу ѳсѳн сиратты 2 ай тирәһе кѳтѳргә тура килеүе, офтальмологтың кѳнѳнә тик 10 ғына пациентты ҡабул итеүе, стационарҙа койкалар күләменең ныҡ кәмеүе, кешеләргә, бигерәк тә, ололарға, ҡайһы бер анализдарҙы ҡалаға барып тапшырыу мәсьәләләре борсой. Район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы Ольга Алексеева залдағыларҙың легаль булмаған хеҙмәт башҡарыусыларҙы тейешле закондар нигеҙендә эшләүгә күсереүгә ҡағылған һорауҙарына яуап бирҙе. Район башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов сарала ҡатнашыусыларға яҡташтарҙың былтырғы эш һѳҙѳмтәләрен бәйән итте, уңыштар менән етешһеҙлектәргә лә туҡталды, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, Кѳйѳргәҙе ерендә тѳҙѳләсәк объекттар хаҡында мәғлүмәт бирҙе, ил Президентын һайлау мәсьәләһенә лә иғтибар бүлде. Йыйын Нефтекама филармонияһы артистарының сағыу концерты менән тамамланды .
Читайте нас: