Все новости
Яңылыҡтар
7 Марта 2018, 13:50

ЙӘШ БЫУЫНДЫ ҺАҠЛАЙЫҠ!

Сираттағы сходтар шәмбе көнө Яҡшымбәт, Ҡотлоюл, Абдул ауылдарында үтте.

Сираттағы сходтар шәмбе көнө Яҡшымбәт, Ҡотлоюл, Абдул ауылдарында үтте.

Йыйылышты асып, ауыл Советы башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов ауыл советының эшмәкәрлегенә тәрән байҡау яһаны. Республика күләмендәге «Реаль эштәр» программаһына ярашлы ауыл советы биләмәһендә һөҙөмтәле эштәр башҡарылыуы тураһында ла әйтеп үтте. «Юшатыр» гәзите биттәрендә был эштәр яҡшы яҡтыртылып барылды. Сарала ҡатнашҡан район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов районыбыҙҙың социаль-иҡтисади торошона байҡау яһап, балаларыбыҙ менән бәйле проблеманы ла күтәрмәй ҡалманы. Уҡыусыларҙың кеҫә телефоны һәм интернетты саманан тыш артыҡ ҡулланыуы һаулыҡтарына, айырыуса, күҙҙәренә, күреү һәләтенә үтә лә зыян яһауы тураһында һөйләне ул. Йәш быуынды һаҡларға, ҡурсаларға саҡырҙы. Йыйылыш аҙағынан һуң Нефтекама артистары йөкмәткеле концерт программаһы менән сығыш яһаны.
Читайте нас: