Все новости
Яңылыҡтар
7 Марта 2018, 13:48

ЯЛ ДА ИТТЕК

Яҡуп ауылы сходына арыу уҡ кеше килгәйне.

Яҡуп ауылы сходына арыу уҡ кеше килгәйне.

Яҡшымбәт силсәүите башлығы Юнир Сынбулатов ентекле итеп отчет сығышын яһаны. Ул халыҡҡа нимә эшләнгәне хаҡында ғына бәйән итеп ҡалманы, тағы ниндәй эштәр башҡараһы бар, нимәгә нығыраҡ иғтибар бүлергә кәрәклеге хаҡында ла аңлатты. Район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова район буйынса эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһаны, уңыштарҙы барланы, киләсәккә пландар менән бүлеште. Халыҡтың һорауҙары ла байтаҡ ҡына булды. Иң тәүҙә халыҡ юл менән булған проблеманы күтәрҙе. Маяҡ-Абдул юлының насар булыуы, ауыр техниканың юлдарҙы боҙоуы, һаман да тейешле юл билдәләренең ҡуйылмауы борсой уларҙы. Шулай уҡ һыу мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. Өҫкө урамда һыу туңған. Бында инде йылы яҙҙы көтөргә генә ҡала. Янғын һүндереүсе машинаның, һөт йыйыусыларҙың кәрәклеге хаҡында ла онотманы улар. Ә был йыйылышта иң оҡшағаны, әлбиттә, нефтекамаларҙың концерты булды. Проблемалар тураһында һөйләшеп алғас, рәхәтләнеп, күмәкләп матур тамаша ҡарап, ял иттек.
Читайте нас: