Все новости
Яңылыҡтар
7 Марта 2018, 13:53

ҺӨЙЛӘШЕҮҘӘ — КӨНКҮРЕШ МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ

Яманһары ауылы сходында район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаев районда эшләнгән эштәр буйынса отчет тотто.

Яманһары ауылы сходында район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура буйынса урынбаҫары Ринат Килдебаев районда эшләнгән эштәр буйынса отчет тотто.

Бахмут ауылы советы хакимиәте башлығы Нурия Шәрипова эшләнгән эштәрҙе барлап, алдағы көнгә пландар менән таныштырҙы. Халыҡтың әллә ни һорауҙары булманы. Аҫҡы күпер яғындағы һыу торбаһын киңерәккә алыштырырға кәрәклеге тураһында ғына әйтте улар. Шулай уҡ был көндө Яманһары мәсетенең әҙер булған документтары ауыл имамына тапшырылды. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы (ППМИ) буйынса 2019 йылда ауыл зыяратын кәртәләргә, тип планлаштырылды йыйылышта.

Павловка һәм Кинйәбай ауылында үткән сходтарҙа район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитик бүлеге начальнигы Ләйсән Нуриәхмәтова ҡатнашты. Ул район буйынса отчет менән сығыш яһаны. Керәүле-Илюшкин силсәүите башлығы Игорь Ворошилов та отчет тотто. Участковый Мөнир Яҡупов, ветврач Василий Герасимов та халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барҙы. «Медведь» йәмғиәте Владимир Марфин пайҙар, дивидендтар буйынса һөйләне. Сходта торбаларҙа һыу туңыуы, сүп түгеү мәсьәләләре буйынса һорауҙар күтәрелде. Кинйәбайҙа «Реаль эштәр» программаһы буйынса мәктәпте, ә ППМИ буйынса клубты ремонтларға ниәтләнеләр сходта. Шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге, эттәрҙе бәйҙә тотоу кеүек темаларға ҡағылышлы һөйләшеү булды бында. Тиҙҙән үтәсәк һайлауға килергә кәрәклек тураһында ла әйтелде.

Таймаҫ, Ялсыҡай ауылдары сходында ауыл советы хакимиәте башлығы Ильяс Юлдыбаев отчет тотто. Район башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, уның урынбаҫары Айрат Зөбәйеров, фермерҙар Вәһим Аҡсурин, Рәмилә Вәлитова, Хафиз Сарбаевтар ҙа эшләнгән эштәргә анализ яһаны. Участковый Илдар Юлдыбаев тәртип хаҡында тағы бер аңлатып үтте. Залда ултырғандар аҙнаның өс көнөндә автобус йөрөмәүе хаҡында әйтте. Был проблеманы хәл итербеҙ, тинеләр. Шулай уҡ ҡайһы берәүҙәрҙең көмөшкә һатыу эше менән булышыуҙары ла борсолоуға һала халыҡты. «Был эште туҡтатырға кәрәк», - тинеләр улар бер тауыштан. Һәр ауылда Нефтекама әртистәре үҙҙәренең матур тамашаһын бүләк итте.
Читайте нас: