Все новости
Яңылыҡтар
12 Марта 2018, 13:37

ГӨР КИЛЕП ТОРҺОН ГЕЛӘН

7 март көндө Яҡут ауылының «Толпар» балалар баҡсаһында, 8 Мартҡа арналған бик матур, күркәм тәрбиәүи, әсәй-өләсәйҙәрҙе тәбрикләү тантанаһы булып уҙҙы.

7 март көндө Яҡут ауылының «Толпар» балалар баҡсаһында, 8 Мартҡа арналған бик матур, күркәм тәрбиәүи, әсәй-өләсәйҙәрҙе тәбрикләү тантанаһы булып уҙҙы.

Зал бик күркәм итеп биҙәлгәйне, “Беҙҙең-татыу ғаилә” тип аталған фотолар күргәҙмәһе ҡуйылған. Кескәйҙәр үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтте: яңғыратып шиғырҙарын һөйләне, йырланы, дәртле итеп бейене. Тәрбиәсе апайҙары менән эшләгән сәскәле кәрзиндәрен бүләк итеп, әсәй-өләсәйҙәрен ҡыуандырҙылар. Балалар баҡсаһы коллективы: Рәсимә Ялсыҡаева, Гөлфиә Исламғолова, Илмира Йомаҙилова, Инира Зәбирова, Лилиә Шәмсетдиноваларҙы, ата-әсәләр комитеты рәйесе Земфира Ҡәҙерғолова барлыҡ ата-әсәләр исеменән бүләкләп үтте. Уларға эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө, балалар баҡсаһының балалар тауышынан гөр килеп тороуын теләне.

Рәмилә ҺӨЙӨНДӨКОВА

Яҡут ауылы
Читайте нас: