Все новости
Яңылыҡтар
16 Марта 2018, 14:04

18 МАРТ КӨНӨ АФИШАҺЫ

18 март — Рәсәй Президентын һайлау көнөндә райондың барлыҡ мәғариф учреждениеларында төрлө саралар үткәреләсәк.

18 март — Рәсәй Президентын һайлау көнөндә райондың барлыҡ мәғариф учреждениеларында төрлө саралар үткәреләсәк.
Бахмут мәктәбендә уҡыусыларҙың ҡул эштәренән торған күргәҙмә һәм «Ҡыңғырауҙар» ансамбленең сығышы;
Зәк-Ишмәт мәктәбендә музей буйлап экскурсия, «Ҡаһарманлыҡ» эҙләнеү отрядының сығышын, фотоларын һәм видеояҙмаларын ҡарау;
Шәбағыш мәктәбендә был көндө 5-9 класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре интеллектуаль викторинала осрашасаҡ;
Ермолаевоның 2-се мәктәбендә «Әсәй, атай һәм мин — спорт ғаиләһе» тигән күңелле старт уҙасаҡ;
Абдул мәктәбендә мәктәп уҡыусылары һәм ауыл йәштәре волейбол уйынында ярышасаҡ;
Ермолаевоның 1-се мәктәбендә — «Әсәй, атай һәм мин — спорт ғаиләһе» спорт эстафетаһы, уҡыусыларҙың концерты ойошторола;
Илкәнәй мәктәбендә лә волейбол ярыштары үткәреү планлаштырылған;
Яңы Таймаҫ гимназияһында Ғаилә йылына арналған «Уңған ғаилә — бай ғаилә» йәрминкәһе, мәктәп уҡыусылары һәм «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең ҡул эштәре күргәҙмәһе, Ирекмәндәр йылына арналған баскетбол буйынса ярыш ойоштороласаҡ;
Аҡһары мәктәбендә уҡыусылар һәм ата-әсәләр командалары спорт бәйгеһендә көс һынашасаҡ;
Керәүле-Илюшкин мәктәбендә лә ата-әсәләр һәм уҡыусылар күңелле стартҡа сыға;
Павловка мәктәбендә Ҡырымдың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына арналған мәктәп уҡыусыларының концерт программаһы көтә.
«Йәшлек» район мәҙәниәт һарайында 12.00 сәғәттә - «Дюймовочка» ҡыҙҙар конкурсы, 16.00 сәғәттә «Маленький принц» малайҙар конкурсы;
Бөгөлсән ауыл клубында 12.00 сәғәттә балалар концерты, спорт саралары (шахмат, шашка, бильярд, тенис);
Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда 15.00 сәғәттә Юнир Һағынбаев һәм балалар коллективы сығыштары;
Иҫке Отрада ауыл клубында 12.00 сәғәттә үҙешмәкәр артистар сығышы;
Свобода мәктәбендә 11.00 сәғәттә «Күңелле старттар» спорт сараһы;
Яҡуп мәктәбендә 11.00 сәғәттә саңғы ярышы;
Яҡшымбәт ауыл мәҙәниәт йортонда 12.00 сәғәттә балалар коллективы сығышы;
Илкәнәй мәктәбендә 12.00 сәғәттә волейбол уйыны.
Читайте нас: