18 мартта, РФ Президентын һайлауҙар көнөндә, Көйөргәҙе районының барлыҡ һайлау участкаларында ла урындағы фельдшерҙар дежурҙа торасаҡ. Улар мөрәжәғәт иткән граждандарға медицина күҙәтеүе үткәрәсәк, кәңәштәрен бирәсәк, әгәр кәрәк була ҡалһа, беренсе медицина ярҙамы ла күрһәтәсәк.