Все новости
Яңылыҡтар
16 Марта 2018, 14:06

ЙӘШ ҺАЙЛАУСЫЛАРҒА – БҮЛӘКТӘР

Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа беренсе тапҡыр тауыш биреүселәргә бүләктәр әҙерләнгән.

Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа беренсе тапҡыр тауыш биреүселәргә бүләктәр әҙерләнгән. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев «тура бәйләнеш» барышында ошо хаҡта һөйләне.

«Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Президентын һайлауҙы ойоштороусы булараҡ, тәүгә тауыш биреүселәр өсөн сувенирҙарға бер ни тиклем аҡса бүлде», — тип хәбәр итте Хәйҙәр Вәлиев. Һәр төбәктә улар төрлөсә.
Читайте нас: