Все новости
Яңылыҡтар
20 Марта 2018, 13:34

ЙЫШЫРАҠ КИЛҺЕНДӘР

Һайлау алдынан Ермолаево мәҙәниәт йортоның «Сударушка» тигән ансамбле ауылыбыҙға килеп концерт ҡуйҙы.

Һайлау алдынан Ермолаево мәҙәниәт йортоның «Сударушка» тигән ансамбле ауылыбыҙға килеп концерт ҡуйҙы.

Холодный Ключ мәҙәниәт йорто халыҡ менән тулды. Ауылыбыҙ халҡы концерттарҙы бик ярата ул. Концерт матур булды. Азамат Туйгилдин гармунда уйнап, йырлап, ҡурайҙа уйнап халыҡтың күңелен күтәрҙе. Рәсимә Ғайсина үҙенең серле бейеүе менән халыҡты таң ҡалдырҙы. Айҙар Хөснөтдинов та гармунда уйнаны, матур итеп йырланы. Ул, яҡташым булараҡ, минең өсөн бигерәк яҡын. Ауылымдан шундай талантлы кеше сығыуына айырыуса ҡыуандым. Халыҡ ҡәнәғәт булып, дәртләнеп һайлауға яҡшы кәйефтәр менән барҙы. Таныштыҡ, һөйләштек, гөрләшеп алдыҡ. Клуб мөдире Валентина Григорьевна Багрова һәүәҫкәр артистарыбыҙға халыҡтың рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, гел шулай килеп тороуҙарын һораны. Улары, саҡырһағыҙ килербеҙ, тинеләр. Шундай күркәм һүҙҙәр, күркәм күренештәр йышыраҡ булһа ине.

Рәшит ХАНБӘКОВ

Холодный Ключ ауылы
Читайте нас: