Все новости
Яңылыҡтар
20 Марта 2018, 14:21

ЙЫЙЫЛЫШТАН ҠӘНӘҒӘТ ҠАЛДЫҠ

Яңыраҡ Холодный Ключ ауылында сход үтте, халыҡ күп йыйылған ине, мәҙәниәт йорто шығырым тулы булды. Халыҡтың күп йыйылыуына аптырарға түгел, һорауҙар, проблемалар етерлек ине.

Яңыраҡ Холодный Ключ ауылында сход үтте, халыҡ күп йыйылған ине, мәҙәниәт йорто шығырым тулы булды. Халыҡтың күп йыйылыуына аптырарға түгел, һорауҙар, проблемалар етерлек ине.

Шәбағыш ауылы хакимиәте башлығы Әлфиә Мансур ҡыҙы Ханбәкова үҙенең отчетын һөйләне: ҡайҙа, күпме аҡса киткән, ниндәй эштәр эшләнгән. 1 млн. 300 мең һумға трактор алынған, ул төрлө эшкә ҡулланыла.

Ферманы талап алып бөткәндән һуң, халыҡҡа эш ҡалманы, ситкә йөрөп эшләй башланылар. Юл тураһында бәхәс ҡупты. Күмертауға тура юлды таҙартмайҙар, ни өсөн тигәндә ул Хөкүмәт ҡарамағында түгел. Әммә быны эшләп була икән. Күсерергә һүҙ бирҙеләр, онотмаһалар. Шунан һуң юлды таҙартырға ла мөмкин. Күмертауға тураға - 5 км. Шәбағыш юлына хатта урау юл 25 километрға төшә, бәхәсләшмәҫлек тә түгел, ике йылға яҡын йәғни Шәрәфетдиновтан һуң сходтарҙа полиция участковыйы ҡатнашманы, иҫереп килгән кешеләр булғыланы, күңелдәре булғансы боларып йөрөп сығып киткәндәр ҙә осраны. Иҫерек кеше менән берәүҙең дә бәйләнәһе килмәй. Ә хакимиәт башлығының былай ҙа эше башынан ашҡан. Был юлы участковый бар ине, ул һайлау ваҡытында ныҡлы тәртип булдырҙы, иҫереп килгән кешеләргә ҡаты яза буласаҡ, тине. Капитан дәрәжәһендәге полиция хеҙмәткәре ултырғас, закон бар икән әле тигәнде аңлата был. Әлфиә Мансур ҡыҙынан һорауҙарға аңлайышлы яуаптар алып, ҡәнәғәт булып таралыштыҡ.
Читайте нас: