Все новости
Яңылыҡтар
27 Марта 2018, 12:34

АРЕНАНЫҢ ИСЕМЕ БИЛДӘЛЕ

Күмертау халҡы ҡала архитектураһына һәм мөхитенә үҙ өлөшөн индереүен дауам итә.

Күмертау халҡы ҡала архитектураһына һәм мөхитенә үҙ өлөшөн индереүен дауам итә. Әле төҙөлөп ятҡан Боҙ һарайына исем уйлағанда ла ҡала етәкселеге иң тәүҙә халыҡ фекерен өйрәнде һәм күпселектең теләген иҫәпкә алды. Шулай итеп, тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Күмертау боҙ һарайына «Сапсан Арена» тигән исем биреләсәк. Тауыш биреүҙә 1861 ҡала кешеһе ҡатнашҡан. Шуларҙың 23,5%-ына, йәғни 437 кешегә тап ошо исем оҡшаған. Белеүебеҙсә, Күмертау ҡалаһы гербының уртаһында ыласын-сапсан төшөрөлгән. Был ҡош образы ҡаланың авиатөҙөлөшө һәм халыҡтың юғары үрҙәргә ынтылыуы хаҡында һөйләй.
Читайте нас: