Башҡортостан Республикаһында ВИЧ ауырыуы йоҡтороусылар һаны кәмемәй, һаман да юғары кимәлдә ҡала. 2018 йылдың тәүге ике айында ғына ла республикабыҙҙа 280 ир-егеттә һәм 195 ҡатын-ҡыҙҙа ВИЧ ауырыуы булыуы асыҡланған. Тик шуныһы, хәҙер Башҡортостанда ВИЧ инфекцияһы «ҡартая төшкән»: уны йышыраҡ 31 йәштән үткәндәр эләктерә.