Ишембай ҡалаһында йәшәгән 21 йәшлек башланғыс кластар уҡытыусыһының спайс менән мауыҡҡаны билдәле булған. Республика прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса ноябрь айында уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре «кайф» тотҡан ҡыҙҙы туҡтата һәм тыйылған матдә ҡулланғаны өсөн унан штраф түләтәләр. Шулай итеп законды боҙоуға ҡарамаҫтан, мәктәп етәкселеге йәш педагогты эшендә ҡалдыра. Прокурор тикшереүе башланғас ҡына, был уҡытыусы ҡыҙ үҙ теләге менән эшенән китә, ә мәктәп директоры яуаплылыҡҡа тарттырыла.