Все новости
Яңылыҡтар
27 Марта 2018, 19:06

КҮМЕРТАУҘА ЕТЕШТЕРМӘКСЕЛӘР

Өфө рационализаторҙары пилотһыҙ дрон уйлап тапты.

Өфө рационализаторҙары пилотһыҙ дрон уйлап тапты. Ул, 2 литр яғыулыҡ ҡулланып, 200 саҡырым ара үтә, тиҙлекте сәғәтенә 120 км-ға еткерә ала.

Был яңы осоу ҡоролмаһын төрлө өлкәлә: янғын сығыу осраҡтарын иҫкәртеүҙә, ташҡынды күҙәтеүҙә, браконьерҙарҙы асыҡлауҙа һ.б. ҡулланырға була. Тик уны ҡайҙа күпләп етештерергә? Был йәһәттән әле Күмертау вертолеттар заводы менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Кем белә, бәлки, Күмертау дрондар етештереү буйынса ла ил күләмендә танылыу яулар.
Читайте нас: