Все новости
Яңылыҡтар
27 Марта 2018, 12:17

Криминальная хроника

Уҙған аҙнала район полиция бүлегендә тѳрлѳ хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡағылған 14 мәғлүмәт теркәлгән. Был күләм ҡәҙимге уртаса күрһәткестән күпкә аҙыраҡ. Быға тик ҡыуанырға ғына ҡала. Тимәк, ҡырын эштәр кәмерәк. Ләкин улар, ҡыҙғанысҡа күрә, бар әле.

Уҙған аҙнала район полиция бүлегендә тѳрлѳ хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡағылған 14 мәғлүмәт теркәлгән. Был күләм ҡәҙимге уртаса күрһәткестән күпкә аҙыраҡ. Быға тик ҡыуанырға ғына ҡала. Тимәк, ҡырын эштәр кәмерәк. Ләкин улар, ҡыҙғанысҡа күрә, бар әле.

Кабель «аяҡланған»
Аҙна аҙағында Ермолаевоның Чапаев урамынан бер ир хәбәр итеүенсә, уның йортона билдәһеҙ кешеләр йоҙаҡ ватып ингән. Ә кемдәрҙер электр кабеленә булған ихтыяжын «Южурал-Ойл» йәмғиәте иҫәбенә ҡәнәғәтләндергән.

Тигеҙ булмаған алыш-биреш
«Ҡулың менән бирәһең, аяғың менән йѳрѳп алаһың» тигән мәҡәлгә тура килгән хәлдәр йыш булып тора. Әйтәйек, Зәк-Ишмәттән белдереүҙәренсә, билдәле шәхес икенсеһенән автомобиль двигателе биреү шарты менән 45 мең һумдан артыҡ суммаға аҡса алған һәм уны һаман да килтермәй икән.

Ѳйҙән ҡыуалар, тауыш ҡуптаралар
Туғандар, таныштар араһындағы тѳрлѳ ғауғаларға күнегеп тә бѳтѳлгән был тормошта. Һѳҙѳмтәлә аралар һыуына, дошманлыҡ хистәре барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Мәмбәтҡолда бер ҡатынды иҫерек туғаны урамға ҡыуып сығарған. Ә Холмогорҙа үгәй атай үҫмер ҡыҙға насар мѳғәләмәлә икән, ѳҫтәүенә, кеҫә телефонын тартып алған. Район үҙәгенең Чапаев урамынан бер ҡатын хәбәр итеүенсә, уларҙың күршеләре спиртлы эсемлек ҡулланып, ѳйҙәрендә ғауға ҡуптаралар, башҡаларға ял итергә ҡамасаулайҙар.

Мәҡәләне район полиция бүлегенән алынған мәғлүмәттәрҙе файҙаланып

Читайте нас: