Все новости
Яңылыҡтар
27 Марта 2018, 19:21

МӨРӘЖӘҒӘТ ИТӘ АЛАҺЫҒЫҘ

Башҡортостан Республикаһында ата-әсәләр өсөн психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге эшләй башланы.

Башҡортостан Республикаһында ата-әсәләр өсөн психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге эшләй башланы.

8 800 347 5000 телефоны буйынса шылтыратыусылар психологтан бушлай квалификациялы ярҙам ала ала. Баланы өгөт-нәсихәт уҡымайынса, тауыш-ғауға, ыҙғыш сығармайынса ғына нисек итеп тәрбиәләргә, бала менән төрлө ваҡыттарҙа нисек үҙ-ара аралашырға, балаларҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарын, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе дөрөҫ аңлай белеү, ғаиләләге конфликттарҙы хәл итеү, ғаилә ағзаларының барыһының да мәнфәғәттәрен иҫәпкә ала белеү һәм тыныс мөхит булдырыу хаҡында психологтан кәңәштәр һорай алаһығыҙ.

Ата-әсәләргә психологик ярҙам күрһәтеү телефоны эш көндәрендә 11.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем эшләй. Мөрәжәғәт итеүҙәр бушлай һәм аноним рәүештә. Кеҫә телефонынан да, стационар телефондан да республиканың теләгән бер еренән шылтырата алаһығыҙ.
Читайте нас: